Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановтың вафатынан һуң тәүге күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың төрлө жанрҙағы һуңғы картиналары ҡуйылған, ижади эштәр менән Наил Латфуллин исемендәге заман сәнғәт музейында танышырға мөмкин. Вәсил Ханнанов сәнғәт тарихында тап ошо музейға нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе булараҡ инде. Шулай уҡ ул «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы ине. Республикала тәүге перформанстарҙы ойоштороусыларҙың береһе лә булды. Рәссамдың әҫәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң танылыу алған, төрлө музейҙарҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.