1 марттан Рәсәй Банкы ипотека кредиты биреү өсөн яңы нормалар индерә, улар беренсел һәм икенсел торлаҡ күсемһеҙ милек баҙарына йоғонто яһай. Хәҙер процент ставкалары туранан-тура тәүге иғәнә күләменә һәм заемсыларҙың башҡа кредиттары булыуына бәйле буласаҡ.
Льготалы ипотека арҡаһында яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға хаҡ икенсел торлаҡҡа ҡарата 40 проценттан ашыуға артҡан. Әммә бындай фатирҙы һатҡан осраҡта уның хаҡы һатып алынғандан бер ярым тапҡырға кәмей.
Һөҙөмтәлә, уны һатҡан осраҡта заемсы банк алдындағы йөкләмәләрен үтәй алмай, сөнки сумма ипотеканы ябыу өсөн етмәй. Был белгестәр билдәләүенсә, заемсыларға түләү һәләтен юғалтыу хәүефе генә тыуҙырмай, ә дөйөм алғанда ипотека кредитлауының сифатын да түбәнәйтә.
Үҙгәрештәр халыҡтың ҙур ҡатламына ҡағыла. Былтыр Үҙәк банк 7 миллиардтан ашыу суммаға 1,8 миллион кредит биргән, шуларҙың яртыһы түбән башланғыс иғәнәле, йәғни 20 процентҡа тиклем. Шулай уҡ яҡынса яртыһы - бурыс йөкләмәһе кимәле 80 проценттан юғары булғандарға хупланған.