Ҡышҡы саңғы спорты миҙгеле ябыла. Иглин районында «Бөтә ғаилә менән саңғыла» тигән девиз аҫтында саңғы ярышы үтте. Унда ике тиҫтәгә яҡын күп балалы ғаилә ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Иртә менәнә күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләр саңғы ярышы үтәсәк майҙанға йыйылды. Ярышта ҡатнашыусыларға талаптар ҙур спорттағыса. Саңғыға баҫыусылар йылы спорт кейемдәрендә, тулы экипировкалы һәм һау-сәләмәт булырға тейеш. Сараны ойоштороусылар ғаиләләрҙең ялын йөкмәткеле итеүҙән тыш, ыңғай тәьҫораттар менән байытыу, үҙ-ара дуҫлаштырыу маҡсатын ҡуйҙы.
Саңғы уҙышында Һалыҡаевтарҙан биш кеше ҡатнашты. Ғаилә ярышҡа етди әҙерләнгән. Ҡыш буйы улар баҡса артындағы саңғы трассаһында шөғөлләнгән. Ғаилә башлығы беренсе, өлкән улдары өсөнсө урын яуланы, 4 йәшлек кинйәләре тәүге тапҡыр дистанцияға сыҡты, ә ҡалған балалар һәр береһе үҙ йәш төркөмөндә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Ярыш йомғаҡтары буйынса үҙ йәш категорияларында Гөлдәриә Сафина менән Никита Трофимов еңеүсе булды. Саңғы ярышында еңгән йәш спортсылар һәм ата-әсәләргә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Гүзәл Борханова