Өфө циркын төҙөкләндереүгә 2 миллиард һум аҡса бүленәсәк

Проект «Төҙөлөш» комплекслы дәүләт программаһы сиктәрендә 2024-2028 йылдарҙа федераль ҡаҙна аҡсаһына төҙөләсәк мөһим объекттар исемлегенә индерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Башҡортостандың Юғары суды «Өфө» дәүләт циркының емерелеү ҡурҡынысына бәйле, ремонт үткәрелгәнгә тиклем эшләүҙе тыйғайны.