Бөгөн республика йәмәғәтселеге «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының баш телеоператоры Игорь Топорков менән бәхилләште. Уға 48 йәш ине. Коллегабыҙ ғүмеренең яртыһын тиерлек телевидениеға арнаны. Хеҙмәт юлын видеояҙма инженерынан башлап, операторлыҡҡа күсә, һуңынан бүлекте етәкләй.
Йәш кадрҙар тәрбиәләүгә лә күп көс һала. Уның ҡатнашлығында тиҫтәләгән проект тормошҡа ашырыла. Игорь Топорков студия комплекстарын эшләүгә һәм телевидениены һанлы форматҡа күсереүгә лә күп көс һала. Ә 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында техник тәьминәттә әүҙемлек күрһәтә. Уның тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалмай. 2021 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телеоператорҙы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне.