Әбйәлил районының Айғырбатҡан утары янында ат-спорт ярыштары үтте

Бәйгелә Башҡортостан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 100-ҙән ашыу йылҡысы ҡатнашты. Спорт байрамында көйәрмәндәр һыйбайлыларҙан тыш, санаға егелгән аттарҙың мауыҡтырғыс бәйгеһенә тамаша ҡылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Халыҡсан бәйгелә башҡорт тоҡомло юртаҡтарҙа сабышыусылар күпселекте тәшкил итте. Йылҡысылыҡ өлкәһендәге эксперттар ҙа башҡорт атының ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында формалашыуын, аномаль һалҡындарға бик сыҙамлы булыуын билдәләй. Ярыштарға был йүнәлештә яңы эш башлаусылар ҙа, тәжрибәле йылҡысылар ҙа килгән.

Көйәрмәндәрҙе көндөң һыуыҡлығы ҡурҡытмай. Халыҡсан спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр эйәрле аттарҙа уҙышты, егеүле саналарҙа ярышты. Һәр йылҡысы ат спорты ярыштарына етди әҙерләнгән. Сөнки һыбайлылар уҙышында хис-тойғолар, юғары тиҙлектән тыш, йәрәхәтләнеү хәүефе лә бар. Һөйөнөскә күрә бәйге барышында хәүефле осраҡтар теркәлмәне.

Оҙайлы һәм көсөргәнешле уйындарҙан һуң еңеүселәр билдәләнде Уларҙың һәммәһенә бүләк әҙерләнгән. Фестивалде ойоштороусы булараҡ Башҡортостандың Урал аръяғы йылҡысылыҡ хужалары, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Ильяс Хибәтов, «Ирәндек»хәйриә фонды сығыш яһаны.

Бәйгелә ҡатнашыусылар башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алышыуҙан тыш, быйыл ойоштороласаҡ халыҡ-ара кимәлдәге фестивалде үткәреүгә әҙерлек планын билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тарафынан «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален йыл һайын уҙғарыу махсус указ менән нығытылғайны. Әбйәлил районы йылҡысылары ла халыҡ-ара кимәлдә яҡшы күрһәткестәргә ирешеү маҡсатын ҡуя.

Гүзәл Борханова