«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының Телерадиосәнғәт Мәктәп-студияһы 2 апрелдә «Теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылар» өсөн махсус курстар аса. Уҡыу программаһында эфирҙа һөйләү, йәмәғәт алдында сығыш яһау оҫталығы буйынса теория һәм практика ҡаралған.
Уҡырға теләүселәргә тәбиғи һәләттәрен үҫтерергә, һөнәри мөмкинлектәрен киңәйтергә телерадиоэфир белгестәре, күренекле һүҙ оҫталары ярҙам итә. Уҡыу барышында курс үтеүселәр эфирҙа аралашыу һәм экранда үҙеңде тотоу оҫталығын практикала һынап ҡарай ала. Тулыраҡ мәғлүмәт Башньюс сайтында, бәйләнеш өсөн телефон һандары -экранда.