Республика Башлығы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында ҡатнашты. - Беҙ үҫешкән сәнәғәт инфраструктураһы менән көслө. Республикала 12 индустриаль һәм 19 техно парк бар. Беҙҙә 9 сәнәғәт кластеры булдырылған. Халыҡ-ара кооперация үҫеше буйынса эш алып барыла, - тине Радий Хәбиров. Сәнәғәтте үҫтереү фонды ла булышлыҡ итә. 2017 йылдан дөйөм инвестиция суммаһы 53 миллиард һумдан артҡан 162 проектҡа ярҙам күрһәтелгән. Республика Башлығы фонд проекттарында әүҙем ҡатнашыу бурысын ҡуйҙы.