Бөгөндән Өфөлә Ағиҙел күперенең бер һыҙаты ябыла

Сикләү төнгө сәғәттәрҙә ҡабул ителә. Бында капиталь ремонт эшләнә. Ошо айҙа арканы һүтеп алыу һәм яңыһын урынлаштырыу көтөлә. Машиналар йөрөшөндә үҙгәреш 22 мартҡа тиклем була. Ағиҙел аша күпер 1956 йылда төҙөлгән. Капиталь ремонт өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.