Башҡортостанда 149 километр юл һәм 8 күпер ремонтлана

Был эш "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса алып барыла. Туристик объекттарға илткән юлдарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда Өфө-Инйәр-Белорет, Благовещен-Павловка һәм Өфө-Бөрө-Яңауыл юлдары төҙөкләндерелгән.  Был эш быйыл да дауам итә.