Башҡортостанда яҙғы сәсеүҙе 10 апрелдән һуң башлау планлаштырыла

Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу майҙан сәселә. Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Уҙған көҙ республикала 390 мең гектарҙа ужым сәселгән. Уның 95 проценттан күберәге яҡшы ҡышлаған. 3 миллион 300 мең тонна иген урылған, 1 миллион 600 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.