Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнә. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, уҙған йылда сәнәғәт 6 ярым процентҡа үҫкән. Етештерелгән продукцияның 70 проценты эшкәртеү сәнәғәтенә тура килә. Тармаҡ алдында технологик суверенитетты нығытыу, сәнәғәт ипотекаһы системаһын яҡшыртыу, энергетиканы үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү бурыстары тора. Улар комплекслы программала күрһәтелгән. Документ өҫтөндә эш әле дауам итә.