“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса быйыл 10 спектакль әҙерләнә

Өфөлә Йәмәғәт советы ултырышы уҙҙы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты буйынса 17,5 миллион һум бүленде. Бәләкәй ҡалалар һәм балалар театрҙары яңы тамашалар өҫтөндә эшләй. Тиҙҙән премьерлар тәҡдим ителә башлай. Әйткәндәй, март аҙағында Өфөлә Театрҙар аҙналығы үтә. Унда былтыр федераль проект буйынса ҡуйылған спектаклдәр күрһәтелә.