Ауыл хужалығы министрлығы ғаризалар алына башланыуы тураһында хәбәр итте. Һөт продукцияһын һатыусыларҙың транспорт сығымдары тулыһынса субсидиялана, фәҡир илдәргә аҙыҡ-түлек оҙатыусыларға 50, башҡа йүнәлештәр буйынса 25 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Әле уҙған йылдың икенсе яртыһы һәм быйыл беренсе ярты йыллыҡ өсөн компенсация бирелә. Ғаризаны 1 ноябргә тиклем "Минең экспорт" платформаһында тултырырға мөмкин.