Республика халҡы әсәлек капиталынан айлыҡ түләү юллай ала

Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бала өсөн йәшәү минимумына тиң пособие күсерелә. Башҡортостанда ул 13 мең 340 һумға баһалана. Аҡсаға можтаж һәм балаға 3 йәш тулмаған ғаиләләр генә әсәлек капиталынан айлыҡ түләүгә хоҡуҡлы. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быйыл әсәлек капиталы 630 мең һумға еткерелде. Программаны 2030 йылға оҙайтырға тәҡдим ителде.