Башҡортостан быйыл йәй ҙур велоуҙыш ойошторола

Спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Ул Мәскәүҙә осрашыу үткәргән. “Рәсәй туры” тигән күп көнлөк велоуҙышты Бөрө, Шишмә һәм Иглин райондары биләмәләрендә уҙғарырға тәҡдим ителгән. Ярыш сит илдәрҙә ойошторолған “Тур де Франс”, “Вуэльта Валенсия” кеүек велоуҙыштарына алмаш булмаҡсы.