Өфөлә Һайлау кампанияһы барышын күҙәтеү һәм Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреү буйынса Йәмәғәт штабы ултырышы үтте. Ағзалар һәм эксперттар дәүләт башлығы вазифаһына кандидаттарға ярҙам итеүсе төбәк штабы етәкселәре менән осрашты. Фекер алышыу сиктәрендә кандидаттарҙың, йәмәғәт күҙәтеүе буйынса яңыртылған программалары ҡаралды. Бынан тыш, «Торатау» Конгресс-холында йәмәғәт күҙәтеүе буйынса махсус үҙәк эшләйәсәк. Унда бөтә һайлау участкаларынан алынған мәғлүмәттәр тупланыр тип көтөлә.