Атайсал берләштерә. Дәүләкән районында «Атайсал. Илһөйәрлек көсө.» тип аталған зона-ара форум уҙҙы. Йыйылышта Архангел, Ауырғазы, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Башҡорт халҡының милли биҙәүесе- һаҡалдағы биҙәктәр, тәңкәләр ябай ялтырауыҡ ҡына түгел. Уларҙың һәр береһенә тәрән мәғәнә һалынған. Тарихты ҡәҙерләгән һәм киләсәккә аныҡ маҡсаттар менән йәшәүселәр форумда «Атайсал» проекты буйынса фекер алышырға йыйылды.
Түңәрәк өҫтәлдәрҙә яҡташтарҙы бергә йыйыу, киләсәктә уҙғарыласаҡ мөһим саралар тураһында әңгәмә ҡоролдо. Мәҫәлән,
Бишбүләк районында унынсы тапҡыр сыуаш төбәк-ара фестивале ойоштороласаҡ.
Төрлө конфессия вәкилдәре киләсәк быуынды дин ярҙамында тәрбиәләү, әле был тәңгәлдә булған мөмкинлектәр тураһында һөйләште. Форумға килгән һәр кем үҙ идеялары менән бүлеште.
Атайсал проекты республикала 2021 йылдың 1 мартында төбәк башлығы инициативаһы буйынса эшләй башланы. Өс йыл эсендә программа ярҙамында республика төбәктәрендә байтаҡ мөһим объекттарға ремонт эшләнде,яҡташтарҙы берләштерер саралар уҙғарылды.
Форумда атайсалын онотмай йәшәгәндәргә, тыуған ер һәм илһөйәрлек тойғоһо кеүек ҡиммәтәргә тоғро ҡалғандарға бүләктәр тапшырылды. Йыйылышта яҡланған проекттар киләсәктә лайыҡлы рәүештә тормошҡа ашырылырына шик юҡ.
Рәмилә Исмәғилева