Бер инстанция буйынса ғына 14 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Башҡортостан Юғары судында ойошторолған кәңәшмәлә суд системаһының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, алдағы осорға пландар билдәләнде. Эшлекле сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһап, суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе. «Судьяларҙың эше - юғары бурыс, дәүләт һәм йәмғиәткә яуаплы хеҙмәт итеү», - тине ул. Закондарҙы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тәрән белеүҙән тыш, юғары әхлаҡи сифаттар талап ителә
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү һәм яҡлау - өҫтөнлөклө булырға тейеш. Әгәр хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы яҡ булһа, ҡануниәт яғынан эш буйынса производствоны туҡтатып тороу мөмкинлеге ҡаралған.
Былтыр суд системаһын мәғлүмәтләштереү мәсьәләһендә ҙур аҙым яһалған. Суд процестарында ҡатнашыусылар күп функциялы үҙәк бүлексәләре аша «Хөкөм эше» порталында шәхси кабинетҡа инеп, суд материалдары менән таныша ала. Кәңәшмә сиктәрендә суд системаһында оҙаҡ йылдар эшләгән бер төркөм хеҙмәткәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Башҡортостан судтары ветерандары советы ағзаһы Филизә Ғәббәсоваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.