Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының координация советы ултырышы үтте

Яралы хәрбиҙәргә медицина ярҙамы һәм юридик кәңәш. Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының координация советы ултырышы үтте. Унда штабҡа килгән мөрәжәғәттәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Һуңғы осорҙа үҙәктәрҙә 13 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Уларҙы хәл итеүҙә координация советы составына ингән Дәүләт думаһы, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр әүҙем ҡатнашҡан. Һуңғылары яугирҙарға гуманитар ылау оҙатыуҙа ла даими ҡатнаша.