Бөрө ҡалаһы һайлау комиссия ағзалары сәйәси кампанияға әүҙем әҙерләнә

6 марттан Рәсәйҙә территориаль һайлау участка комиссия эше башланды. Ил Президенты өсөн тауыш биреүгә Башҡортостанда 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы ойошторола. Бөрө ҡалаһы һайлау комиссия ағзалары сәйәси кампанияға әүҙем әҙерләнә. Территориаль участкаларға бюллетендәр еткерелгән, мобиль һайлаусы программаһы буйынса тауыш биреүгә ғаризалар ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

15-17 мартта Рәсәй Президенты һайлана. Бөрөлә йәшәүсе Михаил Торгов был көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында булырға мәжбүр. Шуға ла хаҡлы ялдағы гражданин урындағы һайлау участкаһына ғариза яҙып, төньяҡ баш ҡалала тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланырға теләй.

Мине ғаиләлә бәләкәйҙән һайлауға йөрөргә өйрәтеп тәрбиәләнеләр. Тауыш биреү ил киләсәге өсөн мөһим һәм һәр беребеҙҙең яуаплығында.

Михаил Торгов, Бөрөлә йәшәүсе

Бөрө һайлау участкаларында 45 мең бюллетень ҡабул ителгән. Комиссия ағзалары уларҙы теүәлләп тауыш биреү көнөнә әҙерләгән.Ҡала буйынса 40 меңдән ашыу кеше һайлауҙа ҡатнашыр йәштә.

Рәсәй Президенты өсөн тауыш биргәндә Бөрөлә 45 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Территориаль һайлау участкаларының тәүге эш көнөндә Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы сәркәтибе Марина Долматова етәкселегендә ултырыш үтте. Көн тәртибендә мөһим сәйәси ваҡиғаны - һайлауҙы законға ярашлы асыҡ, ғәҙел ойоштороу һорауҙары ҡаралды.

Флорида Ким