Республика һунарсылыҡ хужалыҡтарында йәнлектәрҙе иҫәпләү ҡышҡы миҙгеле тамамланыу алдында

Инспекторҙар урман тереклеген ҡарҙағы эҙҙәр буйынса билдәләй. Популяциялар ҙурлығынан һунарсыларға бирелгән путевкалар һаны тора. Был тәбиғәттә баланс һаҡлау өсөн кәрәк. Кушнаренко һунар инспекторҙарының сирататтағы сәфәрен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.

Байталлы ауылы янындағы һунарсылыҡ зонаһынан елдерәбеҙ. Маршрут билдәле. Ошо юлдарҙан инспекторҙар көн һайын тиерлек 10-шар саҡрым үтә. Беренсе нөктәгә килеп туҡтайбыҙ. Бында һунарсылыҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре урманда йәшәүселәргә аҙыҡ һала. Мышыларға - тоҙ, ҡабандарға - бойҙай һәм кукуруз ҡатнашмаһы. Йәнлектәр өйрәнгән урынға көн һайын килә.

Быйыл ҡыш ҡар күп яуғанға, йәнлектәргә тамаҡ туйҙырыу ҡатмарлаша. Ниндәй ҙә булһа аҙыҡ табыу маҡсатында улар ҡар аҫтында ҡалған баҫыуҙарға килә.

Йәнлектәрҙе ашатыу - һунар инспекторҙары эшенең бер өлөшө генә. Төп бурыстары - ҡарҙа ҡалған эҙҙәр буйынса уларҙың популяцияһын иҫәпләү. Урман тереклеген эҙҙәрҙең ҙурлығы, ҡарҙа ҡалған тәрәнлеге буйынса таныйҙар. Хатта урғуян менән аҡ ҡуяндың эҙҙәре төрлө.

Кушнаренко һунарсылыҡ хужалығында ҡабан, мышы, ҡоралай, һыуһар һәм башҡа йәнлектәр бар. Быйыл был ерҙәрҙе һеләүһен дә төйәк иткән.

Инспекторҙар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа һунарсылыҡ эше күпкә яҡшырған. Хужалыҡта браконьерҙар һирәк осрай. Был закондар ҡәтғиләшеүенә бәйле.

Рәзилә Ғиниәтуллина