Республикала әсәйҙәр өсөн иң яҡшы шарттар тыуҙырылған предприятиелар билдәләнде

Мәртәбәле конкурста һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сәнәғәт өлкәләре компаниялары еңеүселәр исемлегенә ингән. Билдәле булыуынса, бюджет өлкәһендә 80 процентҡа яҡын хеҙмәткәр - ул ҡатын-ҡыҙ. Бала тәрбиәләгәндәр өсөн айырыуса уңайлы эш шарттары булдырыу мөһим.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Республика Профсоюздар йортонда ойошторолдо. Сара сиктәрендә власть органдары, Йәмәғәт палатаһы һәм «Халыҡ фронты - Рәсәй өсөн» йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре балалы ғаиләләргә ярҙам саралары, социаль льгота-гарантияларға бәйле мәсьәләләр тураһында фекер алышты.

Хөкүмәт исеменән эшләгән әсәйҙәрҙе лайыҡлы хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән предприятие етәкселәренә, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһаған профсоюз ойошмаларына рәхмәтемде белдерәм. Ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген, ғаилә именлеген һаҡлауға индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ. Ошондай конкурстарҙа беҙ уларҙың иң яҡшыларын билдәләп үтәбеҙ.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - финанс министры