Өфө йәш армеецтары Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе менән осрашты

Өфө йәш армеецтары Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән осрашты. Әңгәмә ваҡытында Дәүләт Думаһы депутаты федераль һәм республика кимәлендә мәғариф өлкәһендә тормошҡа ашырылған закондар тураһында һөйләне. Уларҙың күбеһе менән йәш армеецтар таныш. Әйтәйек, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен ҡайтарыуҙы уҡыусылар ыңғай баһалай. Осрашыу барышында уҡыусылар Эльвира Айытҡолованың депутатлыҡ эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды, Өфө юбилейына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

Осрашыу оҡшаны. Дәүләт Депутаты менән таныштым,. Йәш армеецтарға килгәндә, мин хәрби класта икенсе йыл уҡыйым. Хәрби әҙерлек үтәбеҙ, автомат йыйып-һүтергә өйрәндек. Был миңә кәрәк, сөнки минең әрме сафына баҫаһым бар.

Адик Биктимеров, Өфөнөң Василий Томаров исемендәге 147-се мәктәбе уҡыусыһы