Баш ҡалала теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылары өсөн махсус уҡыу курстары асылды

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының Телерадиосәнғәт Мәктәп-студияһы 2-се апрельдә «Теле-радио тапшырыуҙар алып барыусылар» өсөн махсус уҡыу курстары аса.

Программала эфирҙа һөйләү, йәмәғәт алдында сығыштар яһау оҫталығы буйынса теория һәм практика ҡаралған.

Уҡырға килеүселәргә тәбиғи һәләттәрен үҫтерергә, һөнәри мөмкинселектәрен киңәйтергә телерадиоэфир белгестәре, күренекле һүҙ оҫталары ярҙам итәсәк. Уҡыу барышында эфирҙа аралашыу һәм экранда үҙеңде тотоу оҫталығын курс үтеүселәр практикала һанап ҡарай аласаҡ.

Телевидениела һәм радиола тапшырыуҙар алып барырға теләүселәр булһа - был осрашыу һеҙҙең хыялығыҙға тура юл! Рәхим итегеҙ!

Контактҡа уҡыу үҙәге аша инергә була.

Телефондар: 8-929-75-60-400, 8-917-75-47-040

Анкеталар тултырып Мәктәп-студияның электрон адресына ебәрә алаһығыҙ: SHSTRIRB@mail.ru

Методик кабинетта уҡыу үҙәге хеҙмәтсәндәренә лә тапшырырға була.