Ейәнсура районы Ибрай “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнаша. Урында аҙна һайын спорт ярыштары, конкурстар ойошторола. Яңыраҡ ауыл байрамы уҙған. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Асия Мырҙабаева хәбәр итеүенсә, сара бер нисә өлөштән торған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕйәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов белдереүенсә, Ибрай ауылының киләсәге өмөтлө.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына 52 ауылдан ғариза ҡабул ителгән. Ярышта ҡатнашыусылар 4 номинация буйынса – эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй ауылдарға бүленгән. Еңеүселәр апрель аҙағында асыҡлана. Уларҙы бүләкләү тантанаһы Өфөлә уҙа.