Өс йыл элек Ишембайҙағы «Иҙел Нефтемаш» предприятиеһы техник ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса ҙур программа башлағайны. Ошо маҡсатта компания тарафынан миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Әлегә сумманың биштән бер өлөшөнә юғары сифатлы заманса ҡорамалдар һатып алынған, һаҡсыл производство йүнәлештәренең береһе - 5S системаһы индерелгән, уға ярашлы эш урындары дөрөҫ ойошторола. Үҫеш һәм ынтылыш юлындағы предприятие эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Нефть һәм газ скважиналары өсөн тәғәйенләнгән мобиль быраулау ҡулайламаһын йыйыуҙың һуңғы этабы бара. Эшселәр барлыҡ ҡағиҙә-талаптарға ярашлы һәр бер деталде нығытып ҡуя, кәрәккәндә, иретеп- йәбештереү технологияһын ҡуллана. Ишембайҙағы предприятиела 80-дән 270 тоннаға тиклем йөк күтәреүсәнлеге булған күтәреү агрегаттары һәм үҙйөрөшлө машиналар етештерелә. Производствоның һәр этабында сифат контроле ойошторолған.
«Иҙел Нефтемаш» - бай тарихлы предприятие. 1977 йылда ул Ишембайҙа нефть промыслалары ҡорамалдары заводы булараҡ ойошторолған, Советтар Союзы биләмәһендә мобиль агрегаттар етештереү өсөн маҡсатлы рәүештә төҙөлгән берҙән-бер нефть һәм газ машиналар эшләү предприятиеһы була. 2008 йылдан скважиналарҙы ремонтлау һәм быраулау өсөн сығарылған ҡорамалдар линияһы тулыһынса алмаштырыла. Яңы техника үҙләштерелә.
Етештерелгән барлыҡ продукция завод һынауын үтә, таможня союзының техник регламенты талаптарына яуап бирә. Бер мобиль быраулау ҡулайламаһы илле меңдән ашыу деталдән тора, уларҙың туҡһан проценты Рәсәйҙә сығарыла.
Ишембайҙағы предприятие энергетика комплексының алдынғы компаниялары менән хеҙмәттәшлек булдырған, продукция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә лә оҙатыла. Ҡасандыр ошо уҡ компанияла бәләкәй вазифаларҙан эш башлаған етәкселек тә үҫешкә ышаныслы йүнәлеш ҡуйған.
Предприятие юғары технологик ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, матди-техник базаны яңыртыуға, етештереүсәнлекте арттырыуға тағы ла өҫтәмә финанстар бүлеү ҡаралған. Ошо маҡсатта техник ҡоралландырыуҙы көсәйтеү буйынса махсус программа ла булдырылған.
Гөлназ Хәйбуллина