Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Аҙнабай Йәноҙаҡовтың исеме мәңгеләштерелде

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында «Халыҡтар дуҫлығы», «Почет билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Аҙнабай Йәноҙаҡовтың исеме мәңгеләштерелде.

Утыҙ йылдан ашыу ауыл хужалығында эшләүсе уҙамандың 17 йылдан ашыу ғүмере «Йондоҙ» колхозы рәйесе вазифаһында үткән. Аҙнабай Сәғит улы талапсанлығы, баҫыуҙарҙа, фермаларҙа, машина -трактор паркында эшләүсе колхозсыларҙың хеҙмәтен оҫта ойоштора белеүе һөҙөмтәһендә «Йондоҙ» колхозын районда ғына түгел, ә республика күләмендә алдынғы хужалыҡтар иҫәбенә сығара. Лайыҡлы ғүмер юлы үткән етәксе, колхоз рәйесе менән ауылдаштары, яҡташтары хаҡлы ғорурлана.

Аҙнабай Йәноҙаҡов үҙе иҫән сағында халыҡҡа, йәш быуынға аманат итеп әйтер һүҙен, уртаҡлашыр тәжрибәһен туплап «Йылдар һәм юлдар» исемле автобиографик китабын ташҡа баҫтырған. Йәноҙаҡовтар ғаиләһендә быуындар бәйләнеше көслө. Татыу, берҙәм нәҫелдән билдәле табиптар, сәнғәт әһелдәре сыҡҡан. Балалары хеҙмәт тәрбиәһе үткән. Улар бөтәһе лә Аҙнабай Сәғит улының ҡаһарманлығы , ижади булмышы менән рухланып ғүмер итә.