Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда Ғаилә йылына һәм Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған проект финалына үткән 14 пар ҡатнашты. Өлгөлө башҡорт ғаиләләре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш? Был һорауға яуап алыу өсөн сәхнәгә сыҡҡан ғаиләләр менән танышыу ҙа етә. Үҙ ерендә халҡыбыҙ кәсептәре менән шөғөлләнә, балалар тәрбиәләй, йәш быуынды милли көрәшкә өйрәтә, мөһим ҡиммәттрҙе ҡәҙерләп йәшәй. Салауат районы Әлкә ауылынан Шәмсетдиновтар башҡорт тоҡомло аттар аҫырай, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Киләсәктә милли батырыбыҙ төйәгендә турист маршруттары асырға йыйына.
Ижади бәйге өс этапта уҙғарылған, конкурсҡа һайлап алыуҙар республиканың 9 зонаһында үткән.Финалға сығыусылар «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса билдәләнде. Тәтешле районынан Сәлимгәрәевтар умартасылыҡтан килеп ала.
Өлгөлө ғаиләләргә төрлө суммала аҡсалата сертификаттар , Гран-при яулаусыға 100 мең һум тапшырылды. Конкурсанттар үҙҙәре билдәләүенсә, бындай конкурстар ғаиләне тағы ла берләштерә, бер маҡсатта ынтылып йәшәргә этәрә.
Быйыл конкурста ҡатнашыуға республиканың һәм илдең төрлө мөйөштәренән 100 - гә яҡын ғариза килгән. Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Татарстан республикаларынан да башҡорт ғаиләләре ҡатнашҡан. Сит өлкәләр араһынан Ханты-Манси округынан ҡатнашҡан Вәлиевтар финалға үткән.
Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлауға ҡоролған конкурстың киләсәге өмөтлө.
Рәмилә Исмәғилева