Республика кимәлендә ойошторолған бәйге Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын асып ебәрҙе. Старт һыҙығына төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған коррекция мәктәп-интернаттары уҡыусылары сыҡты. Ярыш барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.
Старт һыҙығына баҫыр алдынан ҡатнашыусылар күнекмә эшләй, тренерҙар кәңәшен тыңлай. Саңғы юлында республиканың 23 коррекция мәктәбенән 200 уҡыусы осрашты. Һәр кемдең яратҡан саңғы шыуыу техникаһы булған кеүек, еңеү серҙәре лә бар.
Айнур Әбсәләмов та тик беренсе урын алыуға өмөтләнә. Ярышҡа улына саңғы спортына һөйөү уятҡан әсәһе лә килгән. Улымдың бер бәйгеһен дә ҡалдырмайым, ти ул. Айнур иһә һынатмаҫҡа тырыша, киләсәктә ул үҙ кумиры кеүек билдәле спортсы булырға хыяллана.
Алыҫтан килгән ярышсыларҙың төп көйәрмәндәре - тренерҙар. Улар үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре өсөн янып-көйә һәм еңеүгә ышана.
Спорт республиканың барлыҡ коррекция мәктәп-интернаттарын берләштерҙе. Ярышты үткәреү маҡсатында Көйөргәҙе районы хакимиәте былтыр 800 мең һумлыҡ Рәсәй Президенты грантын ота. Был сумманың бер өлөшөнә 30 заманса саңғы һатып алына. Ярышҡа урындағы уҡыусыларҙы билдәле тренер әҙерләй.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар уҡыған мәктәптәрҙә саңғы ярышын һәм спорттың башҡа төрҙәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был уларға физик форманы үҫтерергә генә түгел, ә һаулыҡты яҡшыртырға ярҙам итә.
Саңғы ярышы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Ермолаев, икенсе һәм өсөнсө урынға Балаҡатай менән Нефтекама корреция мәктәптәре лайыҡ булды.
Әлфинә Килдейәрова