Мәскәүҙә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биләмәһе» проектының презентацияһы үтте

Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә Башҡортостан стендында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биләмәһе» проектының презентацияһы үтте. Республикала киң билдәле Асыҡ академия эшмәкәрлеге Федерация советы тарафынан 5 - 6сы мартта уҙғарылған Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар форумында күрһәтелде.

Күргәҙмә майҙанында форум ҡунаҡтары - гүзәл заттар өсөн ғәҙәттәгесә, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, төрлө өлкә белгестәре менән консультациялар ойошторолдо. Башҡортостан стендын илдең күренекле шәхестәре, йондоҙҙар, артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килеп күрҙе. Форумды ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы майҙа Өфөлә уҙасаҡ «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй форумына саҡырҙы.