Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Хоҡуҡ һаҡсылары иртәнән үк таныҡлыҡ алған гүзәл заттарҙы сәскә менән бүләкләне. Инспекторҙар руль артында йөрөгән ҡыҙҙарҙы ла ҡыуандырҙы. Полиция хеҙмәткәре талабы буйынса туҡтаған автоһәүәҫкәрҙәрҙе көтөлмәгән ҡотлау көттө - открытка һәм байрам символы - ләлә сәскәләре. Бындай иғтибар руль артындағы бер ханымды лы битараф ҡалдырманы.

Шулай уҡ һауа юлдары менән Өфөгә килеүсе гүзәл заттарҙы транспорт полицияһы гөлләмәләр менән ҡаршы алды. Сәскәләр менән бер рәттән хоҡуҡ һаҡсылары ҡатын-ҡыҙҙарға мутлашыусылар эшмәкәрлеге тураһында иҫкәртеүсе листовкалар ҙа таратты. Граждандар хәүефһеҙлеге һағында тороусылар акция ярҙамында пассажирҙарҙы иғтибарлы булырға өндәне.