Бөгөн - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө! Яҙ һәм наҙ байрамы менән гүзәл зат вәкилдәрен Рәсәй президенты Владимир Путин ҡотланы. «Һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, донъяны матурлыҡ, аҡыл һәм күңел йомартлығы менән үҙгәртә алаһығыҙ, әммә иң элек тәбиғәт биргән бөйөк һәләт ярҙамында. Ул да булһа - бала табып. Әсәлек - ҡатын-ҡыҙҙың иң бөйөк тәғәйенләнеше.
Ауыр, яуаплы, әммә шул тиклем шатлыҡ һәм бәхет биргән бурыс. Һәр гүзәл зат өсөн иң мөһиме, ниндәй һөнәр һайлаһа ла, ниндәй генә бейеклеккә күтәрелһә лә - ғаилә, туғандар, балалар хаҡында хәстәрлек күреү, уларҙы лайыҡлы, уңышлы кешеләр итеп тәрбиәләргә ынтылыу» тигән дәүләт башлығы. Владимир Путин шулай уҡ 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителеүен дә иҫкә төшөргән.