Араларында яугирҙарҙың ҡатындары күп. Бөгөнгө байрамда ла улар маскировка селтәре үреү, окоп шәмдәре эшләү менән мәшғүл. Шулай уҡ яңыраҡ ҡына әсәй булып, алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡтылы ялға ҡайтҡан тормош иптәштәрен сабый менән ҡаршылаусылар ҙа юҡ түгел. Осрашыуҙың бәхетле минуттарына БЮТ ижади төркөмө лә шаһит булды.
Ниһайәт, йәш ғаилә тулы составта. «Кадет» ҡушаматлы яугир ҡатынын 8 март менән ҡотлап, өс ай элек тыуған улын тәүге тапҡыр ҡулына алды. Ата-әсә өсөн көтөп алынған бәхетле мәл. Тыныс тормошта үҫһен тигән теләк менән малайға Замир тип исем ҡушҡандар - . Ҡаһарман яҡташыбыҙға килгәндә, ул мобилизация башланыу менән үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланған. Яңыраҡ батырлыҡ күрһәткән өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.
Өфөнән Альбина Муллағолованың тормош иптәше - «Сашка» ҡушаматлы яугир ҙа Чечня, Сирияны үткән. Әле махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан алдындағы бурысын үтәй. Батырлығы бихисап миҙал-ордендар менән бүләкләнгән. Ҡатын илһөйәрлек рухындағы йыр-шиғырҙары менән көн дә тиерлек уға тыуған яҡ сәләмен еткерә. Дүрт бала менән яңғыҙ ҡалыу ни тиклем генә ауыр булмаһын, ижад аша күңел тыныслығы табыуға ирешкән.
Альбина Муллағолованың ижады менән алғы һыҙыҡтағылар яҡшы таныш. Тиҙҙән яҡташыбыҙ «Хәрби ҡатыны» тип исемләнгән шиғри йыйынтыҡ баҫтырырға ниәтләй. Әйткәндәй, махсус хәрби операция башланыу менән гүзәл заттар махсус япма үреү, окоп шәмдәре эшләүгә әүҙем ҡушылды. Хәрбиҙәргә туҡмас ҡырҡып быҡтырылған ит менән дә ярҙам итәләр. Өфөнөң 48-cе башҡорт лицейында был изге миссияны шулай уҡ хәрбиҙәрҙең яҡындары башҡара.
Туяна Мостафина былтыр декабрҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында социаль координатор булып эшләй. Ҡатындың тормош иптәше Ҡазан танк училищеһын тамамлап, һөнәре буйынса хәрби булған. 2022 йылда алғы һыҙыҡта дошманға ҡаршылыҡ күрһәткәндә батырҙарса һәләк булған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ҡатындарҙың уртаҡ һыҙаты бар - көслө рухлылар, ярҙамға мохтаждарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Берләшеп, тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәт менән Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерәләр.
Гөлназ Хәйбуллина