Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ирекмәндәр штабында бер йыл эсендә 300-ҙән ашыу маскировка селтәре үрелгән

Яҡын көндәрҙә гуманитар ылау менән сираттағы партия оҙатыласаҡ. Шулай уҡ танктарҙы ла тепловизорҙан һаҡлаусы махсус япмалар етештерелә башлаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әлфиә Фәйзуллина һәр эшкә яуаплы ҡарай. Ваҡыты ла иҫәпле. Бөгөн дә ул йәнә теген машинаһы артына ултырҙы. Яугирҙарға кәрәк-яраҡтар етештереү менән мәшғүл. Уның үҙенең дә яҡын туғаны махсус хәрби операция биләмәһендә.

Был махсус япмаларҙы тотош бер бригада әҙерләй. Берәүҙәр бирелгән үлсәмдәргә ҡарап тауарҙы ҡырҡа, икенселәре тегә. Туҡыманың бер киҫәге лә артып ҡалмай, файҙаға тотонола.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә генә ике ирекмәндәр штабы ойошторолған . Әлегеһе балалар сәнғәт мәктәбендә ялһыҙ эшләй. Унда теләге булған һәр кем килеп ярҙамлаша ала.

Әйткәндәй, ирекмәндәр тарафынан эшләнгән әйберҙәрҙең барыһы ла һынау үткән. Яҡын арала бөгөн тегелгән махсус япмалар ҙа Шишмә районы хәрби полигонында һынап ҡараласаҡ. Хәрбирҙәрҙең үҙҙәрен һәм танктарын тепловизорҙарҙан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән япмалар уңышлы тип табылғас алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин