Парктың яңырыуы сәсеү эштәрен тиҙ арала башҡарып сығыу һәм майҙандарҙы арттырыу мөмкинлеге бирә. Ғәмәлдәге техника әле ҡыҙыу осорға әҙерлек үтә. Сәсеү һәм ер эшкәртеү машиналарының 95 проценты ремонтланған. Айнур Кәбиров сәсеүгә әҙерлек барышы менән ҡыҙыҡһынды.
Гайкалар тағы бер ҡабат тарттырылып сыға һәм өр яңы Кировецтар сәсеүгә әҙер. Ошо арала улар яңы хужаларына юлланасаҡ. Баҫыуҙа ла сит илдекенән бер ҙә ҡалышмай эшләйәсәк. Ҡайһы саҡта уҙҙырып та ебәреп.
Кировецтың яңы моделен аҡыллы техника тиергә лә мөмкин. Руль артындағы ла хәҙер механизатор түгел, ә оператор. Трактор ҡайҙа һәм ниндәй тиҙлек менән йөрөргә, ҡеүәт арттырыға ла үҙе хәл итә.
Үҙебеҙҙең техниканы ремонтлауы ла еңелерәк. Һәр хәлдә белгестәр эҙләп сит илдәргә инәләһе түгел. Бала сағынан уҡ ошо тракторҙарҙа йөрөп үткән ағайҙар уны күҙ йомоп та йыя ала. Хатта таушалған тракторҙар ҙа уларҙың ҡулынан икенсе тормош ала. Ауыл хужалығы техникаһы һәр шөрөбөнә тиклем һүтелеп яңынан йыйыла. Хатта, ниндәйҙер яңылыҡтар ҙа индерелә.
«Башсельхозтехника»ның Шишмә филиалы фермерҙар өсөн төрлө уңайлыҡтар тәҡдим итә. Сәсеүҙә һәр минут ҡәҙерле булыуын иҫәпкә алып әҙер двигателдәр ҙә йыйып ҡуя.
Үҙебеҙҙең оҫталар хәҙер сит ил техникаһын да ремонтлай. Көнбайыштыҡы кеүек ялтап тормаһа ла деталдәр нығыраҡ һәм ватылып бармай.
Сүкеш ярҙам итә алмаған ремонт менән Европа агротехникаһы ойошмаһы үҙе шөғөлләнә. Бында компьютерһыҙ мөмкин түгел. Яҡынса ғына эшләү мөмкин түгел. һәр деталь микрометрлап үлсәнә. Запас частәр булһын ғына. Дөрөҫ, уларҙы табыу хәҙер ҡатмарлыраҡ.
Әле республикалағы сәсеү һәм ер эшкәртеү техникаһының 95 проценты ремонтланған . Тағылма агрегаттары тулыһынса төҙөкләндерелгән. 15 апрелгә тиклем бар ауыл хужалығы техникаһы ла әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш.
Айнур Кәбиров