Музейға килеүселәргә экскурсиялар уҙғарылды. Гүзәл заттар кисә генә асылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған күргәҙмәлә лә булды.
Байрам көнөндә милли музейҙың бар залдары ла асыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн инеү бушлай. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Шундай күргәҙмәләрҙең береһе, 7 мартта асылғаны Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған экспозиция ваҡыт арбаһында үткән быуаттарға алып ҡайта.
Бында милли музей фондынан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күп яҡлы донъяһын сағылдырған ҡомартҡылар ҡуйылған.
Күргәҙмә ҡатын-ҡыҙҙың тыуғандан алып ҡартлыҡҡа тиклемге үҫеш этаптарын күрһәтә: ҡыҙ, килен, әсә, өләсәй. Уларҙың нимә менән шөғөлләнгәне, нисек донъя көткәне күрһәтелгән.
Стендтарҙағы боронғо фотоларҙы Гөлнара Вахитова йыйырға ярҙам иткән. Әйткәндәй, ул үҙе музейға милли кейемдә килгән.
Аҫалы балаҫтар, һандыҡ, түшәктәр, хатта мейес һәм һыу тултырылған көйәнтәле ҡыҙ һыны- бөтәһе лә күңелгә яҡын.
Рәмилә Исмәғилева