Бүздәк район мәҙәниәт йортонда эшләгән гүзәл заттар араһында матурлыҡ һәм оҫталыҡ конкурсы уҙҙы

8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған сарала 30 йәштән өлкәндәр ҡатнашты.

Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ғына түгел, үҙ һөнәренең оҫтаһы ла, йәмәғәт эштәрен алып барыусы ла. Бүздәк районындағы конкурста тап ошондай гүзәл заттар майҙан тота. Конкурста ҡатнашҡан ханымдар төрлө өлкәләрҙә эшләй, улар араһында медицина, мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә, урындағы үҙидара вәкилдәре лә бар.

Гүзәл заттар әйтеүенсә, камиллыҡтың сиге юҡ, бындай конкурстар тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу мөмкинлеге. Икенсенән, киң аудитория алдында сығыш яһау ҡаушамаҫҡа өйрәтә, үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй, күңелде үҫтерә. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең күп төрлө һәләттәрен, һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмауын күрһәтте. Гран-приға ике бала үҫтергән матурлыҡ салоны хеҙмәткәре Юлиә Сәмиғуллина лайыҡ булды.