Баймаҡ ҡалаһында Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған конкурстың финал этабы үтте

Дәртле, сая рухлы һәм ижади үҫмер ҡыҙҙар һынау тотто. Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған конкурстың финал этабы үтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың юбилейы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы уның ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Һәм ул хәҙер традицияға индерелеп 3 йыл рәттән уҙғарыла. Унда 14 йәштән алып 20 йәшкә тиклемге береһенән-береһе һылыу, үткер, дәртле ҡыҙҙар башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте буйынса үҙ‐ара көс һынаша.

Бәйгенең тәүге турҙары Темәс, Мерәҫ, Иҫке Сибай, Икенсе Этҡол ауыл биләмәләрендә һәм Баймаҡ ҡалаһында ойошторолдо. Унда барлығы 44 үҫмер ҡыҙ нәфислектә һәм ғилемлелектә көс һынашты. Финалға 10 ҡыҙ үтеп, конкурс шарттарына ярашлы, баһалама ағзаларын үҙҙәре менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе, Таңсулпан Ғарипованың ижады буйынса үҙҙәренең белемдәрен барланы, ҡыҙыҡлы итеп яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Конкурстанттар стилләштерелгән милли биҙәкле, күҙ яуын алырлыҡ кейемдәрҙә дефиле күрһәтте.

Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп Иҫке Сибай ауылынан Розалия Аҫылғужина беренсе, Йәнйегетән Аделина Ҡарабаева икенсе, өсөнсө урын Икенсе Этҡол ауылы һылыуы Юлиә Байтуринаға бирелде. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа, иҫтәлекле бүләктәр, диплом менән билдәләнде. “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсы - ауылдарҙа матур холоҡло, тыйнаҡ, аҡыллы, ә иң мөһиме, рухлы ҡыҙҙар үҫеп килеүен күрһәтте.