Баш ҡалала Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан теләктәр марафоны үтте

Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә теләктәр марафоны. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында гүзәл заттар төрлө дистанцияға йүгерҙе. 14 йәштән алып ҡыҙҙарҙы берләштергән байрамға йыйылыусылар 8 мартты сағыу һәм күңелле итеп үткәрҙе.

Теләктәр марафоны. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бер төркөм гүзәл заттар кроссҡа сыҡты. Яҙҙың иң матур байрамдарының береһендә әүҙем ҡыҙҙар Ҡашҡаҙан паркында йүгерҙе.

Диңгеҙ эргәһендә фатир, мөхәббәтеңде осратыу, яңы машина, сәйәхәт һәм башҡалар Теләктәр яҙылған футболкалар төрлө. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан кросс майҙанында өшөүселәр булманы - күтәренке кәйеф, бейеүҙәр, хәрәкәт һәр кемдең күңелен күтәрҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йүгереү марафоны Өфөлә беренсе тапҡыр уҙғарылды. Быйыл кросста ҡатнашырға 100 кеше теләк белдергән, киләһе йыл улар тағы ла күберәк булып тип көтөлә.

Флорида Ким