Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 8 март байрамы уңайынан Йылайыр районынан ҡотлау ебәрҙе. Төбәк етәксеһе социаль сәхифәләрендә Мораҙым тарлауығына күренеш менән видеоҙма һалды. Радий Хәбиров, был урынды Башҡортостан ынйыларының береһе тип һоҡланды. Туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән Мораҙым тарлауығын төбәк етәксеһе барып күрергә кәңәш итте.