Хәйбулла районында ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам тантаналары һәр ауыл биләмәһендә һәм район үҙәгендә киң ҡолас менән ойошторолдо. Яугир әсәләрен, ҡатындарын данлаған күркәм саралар шәлкеме хаҡында киләһе яҙмала.
Ҡатын-ҡыҙҙар донъя ҡото, ғаилә күрке. Мөхөббәт һәм саф хистәргә сорналған ҡотлауҙар, тапшырылған сәскәләр уларға күңел байрамы, шатлыҡлы мәлдәр бүләк итә. Ҡатын-ҡыҙ булмышы мөғжизәгә тиң. Ул ғаилә усағын һаҡлай, ауыр минуттарҙа ир-егеттәрҙең таянысы. Ихтыяр көсө яҡындарын батыр йөрәкле итә. Әлеге ваҡытта әсәйҙәребеҙ,ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарҙың ышанслы тылы ла булып тора, сөнки уларҙа рухи ныҡлыҡ, еңеүгә ышаныс бар.
Район мәҙәниәт йортонда яугир әсәләренә һәм ҡатындарына арналған байрам концерты үҙҙы. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә тотҡан ролен юғары баһаланы, түҙемлеге, ышанысы, үҙ ғаиләләренә тоғро булғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Махсус хәрби операция биләмәһенән яугиҙар сәләме иһә тамашаға килгән гүзәл заттарҙы ҡыуандырҙы .
Байрам концертында әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған хис, наҙ,мөхәббәт менән һуғарылған йырҙар яңғыраны. Улар гүзәл заттар күңелен моңға сорнаны, ыңғай тәьҫораттар менән байытты. Райондың ҡул эштәренә оҫта хужабикәләре лә байрам сараһына сағыу төҫтәр өҫтәне.
2024 йыл республикала һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр хаҡында хәстәрлек күреү йылы. Был йәһәттән районда «Оло йәрәк» тип исемләнгән хәйриә марафоны дауам итә. Сиҙәм ауылынан Батыр Солтанғоловтың хыялы тормошҡа ашты. Әсәһе Дилара ханымдың шатлыҡтан хатта күҙ йәштәре эркелде.
Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән гүзәл заттар өсөн ял кисәһе ойошторолдо. Күңелле конкурстар, ҡотлауҙар, бүләктәр...Сараға килгән ҡатын-ҡыҙҙарға аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, күңелле итеп ваҡыт үткәреү мөмкинлеге булды.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы данлаған байрам тамырҙары 19-сы быуатҡа барып тоташа, әммә ул беҙҙең йәмғиәттә мөһим урын алып торған ҡәҙерле, күркәм байрам. Ҡатын -ҡыҙ ул сәскә, уның булмышы-наҙ һәм матурлыҡ. Әсәләр хаҡында хәстәрлек, иғтибар, ихтирам күберәк булған һайын.тормошобоҙ ҙа шул тиклем ҡыҙыҡлыраҡ, етеш һәм йәмле буласаҡ
Гүзәл Борханова