Ҡырмыҫҡалы ауылынан ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй

Былтыр ноябрҙә ил президенты Указына ярашлы Рауза Сафинаға Герой-әсә исеме бирелгән, орден менән бүләкләнеүҙең өҫтөнлөктәре күп. Улар тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина Герой-әсә исемен лайыҡлы йөрөтә. Тормош иптәше менән бергә ул ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән. Иң өлкәненә 32 йәш булһа, иң кесеһе һигеҙен тултырған. Ил президенты Указына ярашлы, юғары исем алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған миллион һумлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Ғаилә ҙур күләмдәге суммаға өйҙө төҙөкләндерергә ниәтләгән.

Балалар дәрестәрҙән һуң кемуҙарҙан өйгә эш эшләй, бисерҙан биҙәүестәр яһау, һүрәт төшөрөүгә лә әүәҫтәр. Рауза Сафина көндәлек мәшәҡәттәр етәрлек булыуға ҡарамаҫтан, тәрбиә мәсьәләһенә айырыуса иғтибарлы. Һәр бала үҙ бәхете менән донъяға килә тигән ҡарашта.

Ата-әсә янында бәлиғ булмаған биш бала ғына, ҡалғандары урта махсус уҡыу йорттарында белем ала, эшкә төшөүселәр, үҙ ғаиләһен ҡороусылар ҙа бар. Илдар Таһиров ҡыҙҙары һәм улдарында хеҙмәткә генә түгел, спортҡа ла һөйөү уята алған. Саңғы шыуыу булһынмы, йүгереүме - өй тулы миҙал-кубоктар. Күп балалы ғаиләгә туғыҙ йыл элек Газель дә тапшырылған, был транспорт сараһы әле лә сафта.

Ғаилә дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй. Бәлиғ булмаған һәр бала өсөн яҡынса ун өсәр мең һумға яҡын пособие ала, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр булһынмы, шифаханаларға путевкамы - һәр яҡлап та социаль льготалар ҡаралған. Геройҙарыбыҙ билдәләүенсә, «Күп бала тәрбиәләүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй, иң мөһиме бер береңә терәк булыу һәм татыулыҡта йәшәү.»

Гөлназ Хәйбуллина