Өфөлә йәшәүсе ғаилә оло йәштә булыуына ҡарамай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй

Хәкимовтарҙан оҙон ғүмер сере. Өфөлә йәшәүсе Фәниә менән Наил Хәкимовтар оло йәштә булыуына ҡарамай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй. Улар спорт менән шөғөлләнә, халыҡ ижады күргәҙәмәләрендә ҡатнаша. Наил Хәйрулла улына мартта 90 йәш тулһа, уның тормош иптәше Фәниә Миңлебай ҡыҙы быйыл 85 йәшен ҡаршылай. Ижади ғаиләнең татыулыҡ серен БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова асырға тырышты.

Һәр атҡан таңын 90 йәшлек пенсионер физик күнекмәләрҙән башлай. Ике сәғәт ваҡытын ул тәнен яҙҙырыуға бүлә. Махсус тренажерҙы уға улы эшләп биргән, әйткәндәй, ул архитектор. Артабан Наил Хәйрулла улы ижад эшенә ултыра. Интернет киңлектерәндә социаль селтәрҙәрҙә әүҙем аралаша. Тиҫтәгә яҡын китап авторы - ғүмер юлы кисерештәрен пенсионер шиғыр юлдарына һала. Һуғыш осоро балаларына аслыҡ, яланғаслыҡты татырға, 15 йәшендә ололар менән бергә 3 смена рәттән эшләргә тура килә. Өфө моторҙар заводында 40 йылдан ашыу эшләй. Ҡартлыҡ шатлыҡ була ала тигән фекерҙә Наил Хәйрулла улы

Хужабикә Фәниә Миңлебай ҡыҙы ла ғүмере буйы Өфө моторҙар заводында эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, төрлө туҡымаларҙан ҡорама балаҫ, мендәр тыштары тегә . Уның эштәре бөгөн дә халыҡ ижады күргәҙмәләрен биҙәй.

Татыу ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнгән. Бөгөн улар үҙҙәре лә олатай-өләсәй. Шуға ҡарамаҫтан, кәңәш һорап шылтыратыр ата-әсәйең булыуы оло бәхет, ти улар. Бәләкәй ҡыҙҙары Фәйрүзәне ғаилә тәрбиәгә алған, үҙ ҡыҙҙары кеүек күреп үҫтергән.

Тынғыһыҙ пар бөгөн дә киләсәк быуынды ҡайғыртып йәшәй. Наил Хәйрулла улы Калинин районы балалар баҡсаларында шахмат уйындары алып бара. Балаларҙың аҡылын зиһенен үҫтерергә кәрәк тигән фекерҙә ул. Ә татыулыҡ сере бер - ул түҙемлек һәм бер береңә ихтирам, ти Хәкимовтар

Лилиә Мәҡсүтова