Ысын егеттәр хоккей уйнай! Баймаҡ районы Түбә ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар хөрмәтенә «Ҡараташ» менән «Атайсал» командалары араһында иптәштәрсә осрашыу уҙҙы. Сәмле уйын барышын беҙҙең коллегалар күҙәтте.
Етеҙ конькиҙарҙа сәкән тотоп шайба ҡыуалау һәр быуындың яратҡан уйыны. Түбә ауылы халҡы электән был спорт төрө менән дуҫ, 2015 йылда улар үҙ көстәре менән хоккей коробкаһын төҙөй. Унан “Ҡараташ” йыйылма командаһы барлыҡҡа килгән. Бөгөн улар районда ғына түгел, күрше район-ҡалаларҙа ла билдәле.
Иҫке Сибай ауылының “Атайсал” командаһы һаҡсыһы Мирза Абдулхалиҡов 6‐сы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан сәкәнде ташларға уйламай. Әле ике ейәне менән Сибай ҡалаһының боҙ һарайында шөғөлләнә. Был турнирҙа ла ул “Иң яҡшы һаҡсы” исеменә лайыҡ булды.
“Ҡараташ” командаһының иң яҡшы уйынсыһы Айҙар Үтәбаев бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнаша, әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. “Ҡараташтар” өсөн был матчта иң яҡшы һөжүм итеүселәренең булыуы тағыла яҡшыраҡ уйнарға дәрт бирҙе. Ошо көндәрҙә Айҙар үҙенең 25 йәшлек юбилейын билдәләгән, егеткә ошо уңайҙан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
“Ҡараташ” менән “Атайсал”дар йыл да дуҫтарса уйындарҙа осрашып тора. Уларҙың төп маҡсаты - ҡышҡы спорт төрө - хоккейҙы үҫтереү, популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу. Хоккейсылар араһында “Иң яҡшы уйынсы”, “Иң шәп һаҡсы”, “Иң шәп ҡапҡаһы”, “Иң оҫта һөжүм итеүсе” билдәләнеп, уйын иһә Түбә ауылы командаһының еңеүе менән тамамланды.