Киләһе оҙайлы ялдар майҙа була

1 майҙа Яҙ һәм хеҙмәт байрамы билдәләнә. Ошо уңайҙан 28 апрелдән 1 майға тиклем ял ҡаралған. Унан һуң Еңеү көнө уңайынан 4 көн ял итәбеҙ. Апрель айында иһә Башҡортостан халҡы  өсөн өҫтәмә  ял була.  10 апрелдә  Ураҙа байрамы билдәләнә.