Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң беренсе өлөшө тамамлана

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов социаль селтәрҙә яҙыуынса, белгестәр яндауыр кәртәләре һәм тауыштан һаҡлаған экрандар ҡороуҙы тамамлай, шулай уҡ юл билдәләре ҡуя. Бынан тыш, диспетчер пунктында тейешле ҡорамалдар йыһазландырыла, түләү алыу өсөн система тәртипкә килтерелә. Көнсығыш сығыу юлы – республикалағы иң ҙур инфраструктура проекты. Бында тәүлек әйләнәһе 1 меңдән ашыу кеше эшләй, тип яҙа Александр Клебанов. Транспорт объекты М-5 “Урал” федераль трассаһын Салауат Юлаев проспекты менән бәйләй. Уның оҙонлоғо 14 километр. Ул автомобиль юлы, күпер һәм тоннелдән тора.