Рәсәйҙә 1 апрелдән социаль пенсия 7,5 процентҡа күтәрелә

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хаҡлы ялдағыларға йәшәү минимумы артыуына ҡарап йыл һайын индексация үткәрелә. Социаль пенсия хеҙмәт стажы тулмағандарға, шулай уҡ инвалидтар һәм ғаиләне ҡараған кешеһен юғалтҡандарға тәғәйенләнә. Бынан тыш, киләһе айҙан ветерандар һәм яраланған хәрбиҙәргә түләү 7,5 процентҡа арта. Бының өсөн бюджетта 37,5 миллиард һум һалынған.