Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 100 километр оҙонлоҡта селтәрҙәр төҙөкләндерелә. Милли муллыҡ фонды ярҙамында 8 проект тормошҡа ашырыла. 2022 йылда уҡ бының өсөн 6 миллиард һум йәлеп ителгәйне. Төбәк программаһы 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән. Унда коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса 21 сара күрһәтелгән.