Башҡортостандан Донбасҡа сираттағы 115-се гуманитарылау юлға сыҡты

Колонна 9 йөк машинаһынан тора, уларға 53 кубометр ағас материалдары, утын, һыу, медикаменттар һәм яугирҙарға посылкалар тейәлгән. Гуманитар ярҙам Рәсәйҙең яңы 4 субъектында урынлашҡан хәрби подразделениеларға тәғәйенләнгән. Йөк туплауҙа 8 муниципалитет, республика халҡы, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре әүҙем ҡатнашҡан. Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам даими рәүештә республика башлығының шәхси контролендә ойошторола.